Этномологтар хәбәр итеүенсә, быйыл талпан-серәкәйҙәр күп булыуы ихтимал

Мул ҡарлы ҡыш ҡан эскес бөжәктәрҙең ҡышлауы өсөн идеаль шарт. Ҡалын ҡар япмаһы аҫтында бөжәктәр яҡшы ҡышлай. Алдағы көндәрҙә һауа торошоноң ун градустан да юғары күтәрелеүе көтөлә. Яҙҙың иртә килеүе ҡан эскес бөжәктәрҙең иртә уяныуына килтереүе ихтимал.

Көн йылытып ҡар һыуҙары йыйылып ятһа ла серәкәйҙәрҙең күпләп үрсеүе ихтимал. Һыу ятҡылыҡтарында иһә уларҙың йомортҡаларын балыҡтар ашап кәметә. Бөтәһе лә һауа торошона бәйле.

Александр Гладких, Өфө фән һәм технологиялар университеты тәбиғәт һәм кеше институтының зоология музейы мөдире

Талпан энцифалетына ҡаршы вакцина эшләү осоро ғинуар-февраль айҙарына тура килә. Йоғошло сирҙән һаҡланыу өсөн прививка яһатырға йәшәгән урын буйынса поликлиникала алдан яҙылырға кәрәк. Сөнки вакцина өсөн препарат пациенттар һанына ҡарап килтерелә. Прививка өс этапта яһала һәм ул өс йылға етә.

Талпан энцифалетына ҡаршы прививка яһағандан һуң икенсеһе-бер йә ете айҙан һуң һәм өсөнсөһө бер йылдан һуң яһала. Тап ошо комплекста эшләнгән прививка кешене йоғошло сирҙән өс йылға һаҡлай.

Айгөл Ғәлиева, Республика спид һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәге баш табибы