Үзбәкстан ғалимдары Башҡортостанда. Быйыл ғинуарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты менән Ташкент дәүләт аграр университеты араһында фәнни-техник хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уның нигеҙендә бер төркөм ғалимдар аграр университетта ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашты. Дуҫ ил белгестәре Өфө лимонарийында эсккурсияла ла булды. 35 йыл элек Үзбәкстандан алынған лимондарҙың «Юбилей» һәм «Ташкент» сорттарының Башҡортостан климатына нисек яраҡлашыуы менән яҡындан танышты.