Иглин районында йәшәүсе ҡул оҫтаһы Ғәбиҙә Вәлиева ижад менән шөғөлләнә

Иглин районында йәшәүсе ҡул оҫтаһы Ғәбиҙә Вәлиева үҙ йортонда музей ойоштороп ижад менән шөғөлләнә. Уның коллекцияһында үҙенсәлекле сигеүҙәрҙән торған милли күлдәктәр, таҫтамалдар, мендәрҙәр һәм боронғо көнкүреш әйберҙәре урын алған. Хаҡлы ялдағы ханым урындағы күргәҙмәләрҙә, мәҙәни-тарихи сараларҙа ла даими ҡатнашырға тырыша. Былтыр ул «Хеҙмәт ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнгән. Беҙҙең киләһе сюжетта.

Турбаслы ауылында йәшәүсе Ғәбиҙә Вәлиева ғүмере буйы бухгалтер булып эшләгән, әммә уның бер генә көнө лә сигеү һәм тегеүҙән башҡа үтмәгән. Ҡул эштәрендә ул милли орнаменты, тарихи элементтарҙы тергеҙә Ҡурған өлкәһендә тыуып үҫкән ханым башҡорттарҙың орнаментын өйрәнеү, һаҡлауға күп көс һалған.

Тормош иптәше менән Ғәбиҙә Вәлиева 51 йыл бергә йәшәп өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Хаҡлы ялға сыҡҡас ғаилә өйҙәрендә музей ойошторған. Бында Ғәбиҙә Вәлиеваның ҡул эштәренең иң сағыу өлгөләре урын алған. 2019 йылда йорттары янып байтаҡ әйберҙәре юҡҡа сыҡҡан, әммә ҡул оҫтаһы яратҡан шөғөлөн дауам иткән.

Ғәбиҙә Вәлиева сигеү серҙәренә балаларҙы йәлеп итеп урындағы күргәҙмәләрҙә, тарихи-мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Уның хеҙмәте Башҡортостан башлығының рәхмәт хаты, Хеҙмәт ҡаһарманлығы миҙалы менән билдәләнгән. Һәләтле ҡул оҫтаһы күңел йылыһын һалып эшләгән әйберҙәр ейән-ейәнсәрҙәре һәм киләсәк быуын өсөн бүләк булыр тигән өмөттә.

Ф.Миһранова