Башҡортостан иҡтисадына 853 миллиард һум инвестиция, ишле бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам, юл соҡорҙарын ремонтлау һәм экологик өмәләр. Башҡортостан башлығы рәйеслегендәр уҙған Хөкүмәт кәңәшмәһендә республика үҫешенә һәм көндәлек проблемаларға арналған мөһим темалар ҡаралды. Улар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан Башҡортостан үҫеш күрһәткестәрен кәметмәй. Төбәктең инвестиция портфеле киңәйә, ул үҙ эсенә 1 триллион һумдан ашыуға иҫәпләнгән 2 мең 400 проектты ала. Республикала биш йылдам үҫеш биләмәһе, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы уңышлы эшләй. Башҡортостан иҡтисадҡа инвестицияларҙы 76,6 процентҡа арттырған, был урта Рәсәй күрһәткесенән ике тапҡырға юғары.
Республикала ғаиләләргә инфраструктура булдырыу, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, өлгөлө ғаиләләрҙе дәртләндереү, сәлмәтлектәрен нығытыу буйынса саралар әҙерләнә. Һәр ғаилә иғтибарҙы тойорға, йәштәр ғаилә ҡорорға ынтылырға теейш тип билдәләнде кәңәшмәлә. Ошо маҡсатта Башҡортостанда юл картаһы төҙөү планлаштырыла, документ комплекслы ярҙамды күҙ уъңында тота.
Юл ремонттарын 1 июнгә тиклем тамамлау ҡаралған. Бөгөнгә белгестәр 3 мең километрға яҡын юлдарҙы тикшергән, бөтәһе 3 меңдән ашыу соҡор асыҡланған. Уларҙың бер өлөшө ямалған. Радий Хәбиров етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты.
Башҡортостан башлығы экологик өмәләр ойоштороу бурысын да ҡуйҙы. Көн йылыта башлағандан һуң ҡар аҫтындағы бысраҡ өҫкә ҡалҡып сыҡҡан, сүп-сар өйөмдәре йыйылған урындар бар.
Республика яҙғы ташҡынға ла әҙерләнә, гидротехник ҡоролмалар тикшерелә, һыу кимәле контролдә тотола, халыҡ араһында иҫкәртеү саралары уҙғарыла.
Рәмзиә Кәримова