Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта ғаиләнең йән башына уртаса килеме билдәләнгән лимиттан әҙ генә артыуы ла түләүҙе туҡтатырға нигеҙ булып тора. Яңы положение иһә, билдәләнгән шартты үтәгәндә пособиены тағы бер йылға оҙайтыу мөмкинлеге бирә. Был үҙгәреш йән башына уртаса килеме 18 мең 541 һумдан артмаған күп балалы ғаиләләргә ҡағыла.
Шуныһы мөһим, әгәр ғаилә быйыл ғариза биргән һәм килемдең бер аҙ артыуы арҡаһында кире ҡағылған икән, фондҡа ҡабаттан мөрәжәғәт итеү талап ителмәй. 22 майҙан һуң уларға автоматик рәүештә 12 айға пособие тәғәйенләнәсәк. Берҙәм пособие тәғәйенләү шарттары тураһында мәғлүмәтте Берҙәм контакт-үҙәгенең экранда күрһәтелгән телефон буйынса асыҡларға мөмкин. Шылтыратыу тәүлек әйләнәһенә һәм бушлай ҡабул ителә.