Өфөлә сыр етештереүсе цех асырға планлаштыра

Камамбер, пармезан, сулугуни. Өфөнән Ирина Наумова алты йыл элек декрет ялында булғанда сыр етештереү технологияһын үҙләштерә башлаған. Быға тиклем сауҙа өлкәһендә эшләгән ҡатын хәҙер күп төрлө рецепттарҙы белә. Маҡсаты киләсәктә продукцияны һатыуға сығарыр өсөн ҙур цех асыу. Йүнселдең бәләкәй производство майҙансығында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина булды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Һыуытҡыс тулы сыр, улар әҙер булғансы аҙналар ғына түгел, айҙар үтеүе ихтимал. Һөт продукцияһының йомшаҡ һәм ҡаты төрҙәрен Ирина Наумова шәхсән үҙе етештерә. Производство технологияһын ул алты йыл элек өйрәнә башлап, тәжрибәле белгестәрҙә уҡыуҙар үткән. Хәҙер ғаилә өҫтәленән был ризыҡ өҙөлмәй, йүнсел тәбиғи продукция менән туғандарын, яҡындарын да һыйлай

Башта дүрт литрлыҡ кәстрүлдә эшләй торғайным. Башта алты төрлө сыр яһау буйынса курстар үттем. Унан һуң күп оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, тәжрибәмде арттырҙым. Хәҙер ассортимент күпкә бай һәм тәмлерәк.

Ирина Наумова, сыр бешереүсе

Утыҙ литр һөт продукцияһынан яҡынса өс килограмм сыр сыға. Ирина Наумова махсус ҡорамалдар һатып алып, производство ҡеүәтен арттырырға иҫәп тота. Әле ул ауыл хужалығы продукцияһы күргәҙмәләрендә уңышлы сығыш яһай башлаған.

Эш процесынан бигерәк һөҙөмтәләр ҡыуандыра. Продукция тәмле килеп сыға. Башҡа төр сырҙарҙы бешереү технологияларын үҙләштергем, күңелгә ятҡан шөғөлдән килем дә алғы килә, шуға күрә киләсәктә Өфөлә цех асырға теләйем. Әлегә был пландар ғына.

Ирина Наумова, сыр бешереүсе

Төрлө ҡатнашма-тәмләткестәр ҡушылған сыр эшләү күңел ҡушыуы буйынса башҡарыла, өҫтәлгә ҡуйылған ризыҡ тәү ҡарашҡа ла, тәмгә лә, сифаты буйынса ла күптәрҙең юғары баһаһын алған. Ханым билдәләүенсә, сыр бешереү ҙур оҫталыҡ һәм эшкә яуаплы ҡараш талап итә, шуға күрә ҙур производство асыуға ла ҡатын етди ҡарай.

Гөлназ Хәйбуллина