Өфөлә «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының финал этабы дауам итә

Өфөлә «Йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» уҡытыусыларының республика конкурсының иң илһамлы этаптарының береһе тамамланды. Конкурсанттар Мәғариф министрлығы белгестәре менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләште. Финалға төбәктән бөтәһе 13 педагог сыҡты. Киң эрудициялы, уҡыусыларҙы яратҡан, мәктәпкә тоғро шәхестәр араһында иң яҡшыларҙы һайлап алыу турын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Данил Бобров республиканың иң йәш уҡытыусыларының береһе. эш тәжрибәһенә биш йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан, ул үҙ һөнәренә бик яуаплы ҡарай.129-сы мәғариф үҙәгенә уны ике йыл элек-директор саҡырыуы буйынса «СОТЫ» республика педагогик марафонында ҡатнашҡандан һуң саҡырғандар. «Йыл уҡытыусыһы 2026» конкурсының ҡала этабында абсолют еңеүсе исемен яулаған математика уҡытыусыһы республика конкурсы финалына сыҡты.

Был конкурсҡа бик етди әҙерләндем, сөнки был ярыш миңә һөнәри үҫеш бирәсәк, ә был йәш белгес өсөн бик тә мөһим.

Данил Бобров, Өфө ҡалаһы 29-сы мәғариф үҙәгенең математика уҡытыусыһы

Уҡытыусы һөнәренең абруйын үҫтереүсе бәйгегә бөтә республиканан иң яҡшы уҡытыусылар йыйылды. Улар араһында Йылайыр районынан Земфира Кинйәбаева ла бар. Ул 17 йыл инде башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Тәүге тапҡыр 2019 йылда конкурста ҡатнаша һәм быйыл да үҙ көсөн һынап ҡарарға була.

Конкурс үҙ предметын бик яҡшы белгән генә түгел, ә хәҙерге замандың иң ҡатмарлы һорауҙарына яуап бирергә әҙер булған педагогтарҙы берләштерҙе.13 конкурсант заманса белем биреү мәсьәләләренә үҙҙәренең шәхси һәм һөнәри мөнәсәбәтен күрһәтте.

Уҡытыусылар шулай уҡ хәҙерге заманда педагог булмышына ла асыҡлыҡ индерҙе. Ул ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һөнәри ҡараш; тиҙ үҙгәреүсе донъяла уҡыусыларҙы үҫтереү һәм үҙ артынан алып барыуға әҙерлек кимәле.Уҡытыуҙа остаз роле, эмоциональ интеллекттың мөһимлеге һәм һәр баланы уҡыу процесына йәлеп итеү ысулдары тураһында ҡыйыу идеялар һәм тәҡдимдәрен яңғыран.

Конкурстың финалы Башҡортостанда креатив ҡарашлы тырыш уҡытыусылар эшләүен күрһәтте. Тап улар республиканың киләсәген формалаштыра, уҡытыусылыҡ эшенә һәм балаларға бар күңелен биреп эшләй. Еңеүселәрҙең исемдәре 6 апрелдә билдәле буласаҡ. Улар республика данын федераль кимәлдә яҡлаясаҡ.

Гүзәл Борханова