Ғафури районындағы мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы һуңғы йылдарҙа өс грант отҡан

Президент мәҙәни башланғыстар фонды менән Башҡортостан башлығы гранттарының дөйөм суммаһы ике миллион һум самаһы тәшкил иткән. Был аҡсалар ярҙамында Красноусол ауылының «Миләшкәй» балалар баҡсаһында «Мультяша» студияһы барлыҡҡа килгән, унда балалар ҡыҫҡа метражлы йәнһүрәттәр төшөрә, үҙҙәре лә төп ролдәрҙә уйнай. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн логопед комплексы һатып алынған һәм уҡытыу программаһы әҙерләнгән. Яҡын арала учреждение етәкселеге тағы ла бер грантҡа документ тапшырырға ниәтләй. Уның иҫәбенә заманса спорт майҙансығын йыһазландырырға, кескәйҙәрҙең һәләтен һәр яҡлап үҫтерергә һәм мәктәпкә яҡшыраҡ әҙерләргә мөмкин булыр тип көтөлә.