Бындай эш ташҡын ваҡытында боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙа алып барыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала Дыуан һәм Мәсетле районы биләмәһендә Әй йылғаһында һәм Салауат районында Йүрүҙән йылғаһында боҙ шартлатыла. Ҡотҡарыусылар халыҡҡа хәүефләнмәҫкә кәңәш итә.