Ишек асылмаһа ла, йорт ишелһә лә, улар беренсе килеп етә. Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды ойошторолоуға 52 йыл. Бөгөн ошо уңайҙан отряд хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде. Отрядтың тарихы туристик контроль-ҡотҡарыу хеҙмәте булараҡ башланған. Ул 1974 йылдың 20 мартында Башҡортостан өлкә туризм һәм экскурсиялар советы ҡарамағында ойошторола.
Отряд тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә авария-ҡотҡарыу эштәре алып бара. Отряд ҡотҡарыусылары республикала ла, унан ситтә лә ҙур ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша.
Отряд базаһында ҡотҡарыусыларҙы әҙерләүҙең төрлө йүнәлештәре буйынса уҡыу-күнекмә саралары үткәрелә. Отряд хеҙмәткәрҙәре төп эште йәйәүле һәм һыу туризмы, альпинизм һәм спелеотуризм, спорт секцияларында шөғөлләнеү менән берләштерә. Отрядта 52 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 25-е юғары әҙерлекле.
Ярты быуат эсендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү ҡотҡарыу отряды 22 меңгә яҡын авария-ҡотҡарыу эштәренә сыҡҡан, уларҙа 13 меңдән ашыу кеше ғүмере ҡотҡарылған.
Рәмилә Исмәғилева