Өфө урман-техник техникумы студенттары яңы ысул ярҙамында үҫентеләр тәрбиәләй

Ғилми эште улар 900 мең һумлыҡ грант ярҙамында тормошҡа ашыра. Үҫемлектәрҙе ситтән тороп тәрбиәләү ҡасандыр фантастика кеүек тойолһа, хәҙер ул ысынбарлыҡ. Өфө урман- техник техникумы студенттары уға ирешер өсөн федераль конкурста ҡатнашҡан. Лабораториялағы йәшеллек-Рәсәй йәштәре конкурсында отҡан 900 мең һумлыҡ грант емеше.

Грант отоу өсөн беҙ команда менән эшләнек. мин тик бергә тырышҡанда ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешеп булыуын аңланым. Мобиль ҡушымта ярҙамында һыу ике тапҡыр һибәбеҙ, 16 сәғәт буйы яҡтылыҡ бирелә.

Илнур Нуриәхмәтов, Өфө урман-техник техникумының баҡса-парк ландшафты төҙөлөшө бүлегенең 2-се курс студенты

Грант аҡсаһына лаборатория өсөн яңы ҡорамалдар, орлоҡтар һатып алынған. Студенттар лабораторияла микройәшеллек үҫтерә.Үҫентеләр сүстә үҫә.

Беҙ был проектҡа мәктәп уҡыусыларын да йәлеп итәбеҙ. Йәш быуынды заманса технологиялар ярҙамында сәскә үҫтерергә, ландшафт дизайнына өйрәтәбеҙ.

Эльвира Әсләмова, Өфө урман-техник техникумы уҡытыусыһы, ғилми етәксе