Республика хөкүмәтендә кәңәшмә үтте. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптәрҙә аш-һыу бушлай. Инфраструктураны яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Быйыл 5 ашхана яңыртылған, 300-ҙән ашыу хеҙмәткәр оҫталыҡ яҡшыртыу курстары үткән. -Социаль селтәрҙәр, ҡыҙыу линия, ата-әсәләр комитеттары аша эш ойошторолған, проблемаларҙы тиҙ арала хәл итеү мөмкинлеге бар, - тине премьер-министр.