Мәскәүҙә 80-се йәшендә Салауат Әминев вафат булған

Салауат Хөрмәт улы 1946 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1965 йылда экскаватор машинисы ярҙамсыһы булып башлай. Һуңынан ВЛКСМ-дың Сибай ҡала комитетында эшләй. 1973 йылдан Өфөлә комсомол һәм партия вазифаларында хеҙмәт итә. 1987 йылда БАССР-ҙың мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләнә, 1994 йылдан Башҡортостан Президенты хакимиәте етәксеһе була. Һуңынан Республиканың дәүләт һалым инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары булып эшләй. 2001 йылдан Рәсәйҙең һалымдар һәм йыйымдар буйынса министры урынбаҫары, артабан Мәскәүҙең федераль һалым хеҙмәте идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Салауат Хөрмәт улы 20-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы.

Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә 25 мартта Мәскәүҙең Троекуров зыяратында көндөҙгө сәғәт 12-лә үтә.