Белоруссияла йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ошо көндәрҙә уҙған 33-сө Минск халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә сығыш яһаған.
Минск ҡалаһында эшләп килгән «Шишмә» татар-башҡорт мәҙәни мираҫы«йәмәғәт ойошмаһы ағзаларын мәҙәни сараға Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы илселеге саҡырған. Эльвира Левшевич етәкләгән ансамбль ағзалары фестиваль ҡунаҡтары алдында башҡорт йырҙарын башҡарған. Милләттәштәребеҙ Минск йәрминкәһендә йыл һайын ҡатнаша. Шишмә ойошмаһының 25 йыллығы уңайынан алыҫтағы яҡташтарыбыҙға Башҡортостан башлығы исеменән милли музыка ҡоралдары ла тапшырылғайны.