Өфө арена боҙ һарайы алдындағы майҙандан бер төркөм яугирҙар йәнә яу биләмәһенә ҡуҙғалды

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһында әйтелгәнсә, уларҙың күптәре махсус хәрби операцияла дүрт йылдан ашыу. Өлөшләтә мобилизация буйынса киткәндәр һәм үҙ теләге менән барғандар ҙа бар. Ялға ҡайтыусыларҙы яҡындары, туғандары оҙатып ҡалды. Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә тыуған яҡ сәләме итеп ирекмәндәр үргән маскировка селтәрҙәре, күстәнәстәр алып бара.