Башҡортостанда эшләнгән люстра, яҡтыртыу ҡоролмалары киң танылған эстрада артистарының, сәйәсмәндәрҙең йортон биҙәй.Сифатлы продукция экспортҡа күпләп оҙатыла. Барлығы республикала 630 предприятие экспорт йүнәлешендә эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Цех хеҙмәткәрҙәре ҡиммәтле интерьер деталдәрен ювелир теүәллек һәм тырышлыҡ менән эшләй. Заманса стилдә люстра, бра, ишек тотҡалары, яҡтыртыу деталдәре тәбиғәттәге ағас, япраҡ, ямғыр тамсыһы формаларында эшләнә. Биш йыл элек ойошторолған предприятие үҙ йүнәлешендә Рәсәйҙә алдынғы компаниялар исемлегендә. Уларҙың тауарҙары Филипп Киркоров, Ксения Собчак һәм башҡа билдәле шәхестәрҙең йортон биҙәй.
Производствола тик тәбиғи таштар һәм материалдар ҡулланыла. Компания Рәсәйҙә генә түгел, сит ил ҡулланыусылары араһында ла ҙур һорау менән файҙалана. Экспортҡа оҙатылған илдәр исемлегендә Әзербайжан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларусь республикалары һәм Ҡытай бар.
Хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн сит илдәрҙә Башҡортостан предприятиелары филиалдары асыла. Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан сәнәғәт тармағынан тыш гуманитар, медицина, ауыл хужалығы тармаҡтарында уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашыра.
Башҡортостанда бөгөнгө көнгә 636 предприятие экспортҡа эшләй. Был күрһәткестәр буйынса республика илдә өсөнсө урынды биләй. Сит илдәр менән хеҙмәттәшлек сәнәғәт ҡеүәтен, продукция сифатын арттырырға, урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырырға ярҙам итә.
Ф.Миһранова