Башҡорт поэзияһына һөйөү менән. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә бөгөн «Замандарға ауаздаш» шиғырҙар йыйынтығының исем туйы үтте. Баҫма Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөткән 22 әҙиптең әҫәрҙәрен берләштергән. Әйткәндәй, ошондай уҡ проект нәшриәттә һуңғы тапҡыр 2019 йылда тормошҡа ашырылғайны. Әҙәбиәт һөйөүселәр һорауы буйынса ул ҡайтанан, был юлы башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителде. Йыйынтыҡ шулай уҡ күптән түгел халыҡ шағиры исеме бирелгән авторҙарҙың ижадын да үҙ эсенә алған. Презентацияла әҙиптәрҙең әҫәрҙәре шиғри формала ла, нотаға һалынып айырым композиция булараҡ та яңғыраны.