- Беҙҙең республика күп яҡлы, бай милли мәҙәниәте булған үҙенсәлекле төбәк. Тармаҡта 4 меңгә яҡын мәҙәниәт учреждениеһы бар, уларҙа 15 мең белгес эшләй. Башҡортостан хөкүмәте ярҙамы менән мәҙәниәт йорттары төҙөлә, китапхана һәм клубтар яңыртыла, халыҡ йолалары һаҡлана, һөнәри сәнәғәт үҫешә. Мәҙәниәт кешеләрҙе берләштереүсе көс, - тине премьер-министр. 2025 йылдан Башҡортостан театрҙары артистары 7 "Алтын битлек" премияһына лайыҡ булған. 44 белгес "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы буйынса ярҙам алған.