Башҡортостанда боҙ күперҙәре ябылды

Бөгөндән Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылы янында Ағиҙел аша машиналар хәрәкәте туҡтатылды. Ҡышҡы миҙгелдә республикала өс боҙ күпере булдырылды. Краснокаманан тыш, улар Ҡариҙел һәм Бөрө райондарында асылды.