Башҡортостанда милли проект буйынса яңы туристик маршрут булдырыла

Уға ярашлы, Дим йылғаһы буйлап ағып төшөү тәҡдим ителә. Проектты ғәмәлгә  ашырыуға миллион ярым һум субсидия бүленгән, тип хәбәр итәләр Республика Хөкүмәтенән. Бишбүләк районынан шәхси эшҡыуар конкурста ҡатнашҡан, дәүләт ярҙамы менән туристик кәрәк-яраҡ, катамаран-байдаркалар алған. - Башҡортостанда 700-ҙән ашыу туристик маршрут бар. Экологик, һыбайлы, гастрономик, йәйәүле, фәнни-популяр һәм башҡа сәфәрҙәр, экскурсиялар ойошторола, -тине Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.