Башҡортостанда "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы ғәмәлгә ашырыла

Быйыл уның буйынса 27 педагогты эшкә урынлаштырыу планлаштырыла. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауыл һәм бәләкәй ҡалаға эшкә барыусыларға миллион һум бирелә. Уҡытыусы ошо урында кәмендә биш йыл эшләргә тейеш була. "Ауыл уҡытыусыһы" программаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.