Быйыл 27 муниципаль берәмек биләмәһендә оло һыу менән бәйле хәүефле участкалар контролдә тотола. Йылғаларҙа боҙ тығыны барлыҡҡа килмәһен өсөн төбәктәрҙә ташҡынға ҡаршы саралар үткәрелә, айырым йылғаларҙа боҙ шартлатыла. Бынан тыш, йыл һайын республикала ташҡын хәле насарайған осраҡта халыҡты иҫкәртеүҙе ойоштороу буйынса штаб күнекмәләре уҙа. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, күнекмәлә ҡатнашыусы муниципалитет етәкселеге менән бөтә ашығыс хеҙмәттәр ҙә үҙ маҡсаттына өлгәште, төбәк биләмәһендә оло һыу осорон аварияһыҙ үткәреүгә әҙерлек эштәре дауам итә.
Башгидромет үҙәк мәғлүмәте буйынса республика йылғалары боҙҙан яйлап әрселә башлаған. Быйыл боҙ ҡуҙғалыуы уртаса норманан 4-5 көнгә иртәрәк күҙаллана. Был аҙнала һауа торошо көндөҙ 17 градусҡаса йылыта. Оло һыу осорона төбәктә халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 276 пункт әҙерләнгән. Көн һайын һыу ятҡылыҡтарына мониторинг үткәрелә. 13 мең самаһы кеше һәм 3 мең берәмек техника сафҡа ҡуйылған. Граждандарҙы иҫкәртеү маҡсатында БСТ каналаныда 26 мартта ташҡынға арналған ведомство-ара брифинг үтә.