Май уртаһында йәмғеһе 2 мең 206 машина урыны өҫтәлергә тейеш. Өфө ҡала хакимиәте быны үҙәк урамдарҙа туҡталҡалар етешмәүе менән аңлата. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр йәй ҡаланың тарихи үҙәгенең 9 урамында түләүле парковкалар эшләй башланы. Йылдың тәүге яртыһында уның менән 96 меңдән ашыу водитель файҙаланған. Парковка урыны өсөн килеп туҡтағас шунда уҡ, йәки көн дауамында төнгө 12-гә тиклем түләргә мөмкин. Билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмаған ҡулланыусыларға 1500 һум штраф һалына. Хоҡуҡ боҙоу осраҡтары буйынса 3 меңдән ашыу ҡарар сығарылған. Ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе мобиль пункттар, йәғни махсус йыһазландырылған машиналар күҙәтә. Мәғлүмәт шунда уҡ автоматлаштырылған системаға ебәрелә.
Яңы түләүле парковкалар Гоголь, Театр, Крупская, Цюрупа, Зәки Вәлиди, Свердлов, Революцион, Иван Якутов һәм Краснодонский урамдарында ойошторолор тип көтөлә. Бынан тыш, Карл Маркс, Мостай Кәрим, Ленин, Киров, Достоевский һәм Пушкин урамдарында ғәмәлдәге түләүле зоналар киңәйтеләсәк. Улар 15 майҙан эшләргә тейеш.