«Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһы финалистары өсөн тауыш биреү 2026 йылдың 6 апрелендә тамамлана. Тимәк, премияға дәғүә итеүсе яҡташтарыбыҙ өсөн әле тауыш бирергә мөмкин.
Тауыш биреү 2 мартта башланды. Номинанттар исемлегендә 110 проект, 11 номинацияның һәр береһендә ун дәғүәсе. Халыҡ һайлауы һөҙөмтәләре буйынса лауреаттар һәм еңеүселәр билдәләнәсәк, уларҙы апрелдә күҙәтеү советы раҫлай. Бүләкләү тантанаһы 21 апрелдә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» өсөнсө Бөтә Рәсәй муниципаль форумы сиктәрендә үтә.
Премияға дәғүәсәлер иҫәбендә Башҡортостандың биш проекты. Уларҙың береһе- «Йәдкәр» мәҙәниәт йорто ижадсылары. Госпиталдәрҙә яралы яугирҙарға шиғырҙар уҡыусы йәш ирекмән тураһында киләһе яҙмала.
Азиза Ибәтуллина өсөн был зал 6 йыл элек икенсе йортҡа әйләнгән. Ҡыҙ «Уңыш» өлгөлө-хореография студияһында бейергә лә, вокал менән шөғөлләнергә лә өлгөрә.
Берәүҙәр халыҡ бейеүҙәрен өйрәнгән арала, икенселәре вальс хәрәкәттәрен камиллаштыра. Ксения Манахова «Йәйғор» бейеү-спорт клубына бала сағында килгән, ҡыҙ хәҙер ҙур сәхнәне яулай.
«Йәдкәр» мәҙәниәт һарайында бөтәһе 24 клуб ойошмаһы эшләй. Полина Дудко «Полинаның балалар өсөн булмаған шиғырҙары» проекты менән «Хеҙмәт итеү» премияһының «Киләсәк быуындар өсөн бөйөк мираҫ» номинацияһында еңеү өсөн көрәшә.
11 йәшлек ҡыҙ махсус хәрби операция ирекмәне. Ул госпиталдәргә йөрөп яугирҙарға хәрби темаларға шиғырҙар уҡый. Мәҙәниәт йорто директоры Валентина Урлапова әйтеүенсә, улар күп конкурстарҙа ҡатнаша, әммә был проект шулар араһында иң сағыуы. Сөнки кескәй ҡыҙҙың Ватанды һаҡлаусыларға булған хөрмәте бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
«Йәдкәр»ҙә шөғөлләнеүселәр мәҙәниәткә хеҙмәт итеүҙе кескәй саҡтан-бейеү, йыр, йәки яралы һалдат карауаты янында уҡыған шиғырҙан башларға мөмкинлекте иҫбатлай.
Йәш ирекмәнгә конкурста еңергә һәр кем ярҙам итә ала. Бының өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы аша инеп тауыш биреү ҙә етә.
Рәмилә Исмәғилева