Өфөлә матди булмаған мәҙәни мираҫ буйынса эксперт советының 22-се ултырышы үтте

Фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән өс тиҫтәләп объект буйынса фекер алышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Эксперт советының сираттағы ултырышы халыҡ кәсептәренә арналды. Йәмәғәтселек араһында тарихи реконструктор булараҡ билдәле Иҙел Хәкимов белгестәргә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡалпағын тәҡдим итте.

Эксперт совет төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән өс тиҫтәләп объектты ҡараны. Уларҙы теркәү буйынса фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре фекер алышты. Белгестәр тәҡдим ителгән эштәрҙең халыҡсанлығына, юғала барыуына ла иғтибар итте.

Әйткәндәй, күптән түгел Башҡортостан ғалимдары Владимир ҡалаһында үткән Рәсәй фольклорсылары конгрессында ла ҡатнашты. Форумда республиканан биш белгес махсус әҙерләнгән докладтар менән сығыш яһаны. Һәр ғилми эш ил кимәлендә юғары баһаланып, республикала халыҡ ижадын өйрәнеүселәр өлгө итеп күрһәтелде. Йәмғеһе ете тематик секцияла эшләгән сарала 230-лап доклад тыңланған.

Был йәһәттән, Башҡортостанда халыҡтарҙың күплеге, матди булмаған байлыҡтарҙың да уникаллегенә һәм төрлөлөгә булышлыҡ итә. Ә инде белгестәр үҙ сиратында уларҙы төбәк һәм федераль реестрға индереүҙән тыш, халыҡ ынйыларын пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Азат Ғәлиуллин