«Яҡтыкүл» шифаханаһы яңы мөмкинлектәр тәҡдим итә

Күп йыллыҡ тәжрибә менән һыналған дауалау ысулдары һәм һауыҡтырыуҙағы яңы алымдар. «Яҡтыкүл» шифаханаһы ял итеүселәргә киң мөмкинлектәр тәҡдим итеүен дауам итә. Хеҙмәт күрһәтеү сифаты яҡшыра, һөҙөмтәле уңайлыҡтар булдырыла. Үҙ исемен абруйлы форумдарҙа алтын миҙалдар менән танытҡан данлыҡлы шифахананың уңышлы тәжрибәһе хаҡында киләһе сюжетта.

Әбйәлил районының тәбиғәте климат терапияһы һәм балсыҡ менән дауалау өсөн уңайлы мөхит тыуҙырған. Был мөмкинлектәр «Яҡтыкүл» шифаханаһында уңышлы файҙаланыла. Һауыҡтырыу үҙәге үҙенең юғары статусын Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй форумында лайыҡлы раҫланы. «Иң яҡшы минераль һыу терапияһы дауаханаһы» һәм «Дауалау балсығын файҙаланыуҙың иң яҡшы технологиялары» номинацияларында алтын миҙалдарға лайыҡ булды.

«Яҡтыкүл»-Башҡортостанда радон менән дауалау ҡулланған берҙән-бер шифахана. Был радиоактив газ лаборатория шарттарында әҙерләнә. Әүҙем матдә ҡатнашмыһын көйләү мөмкинлеге дауалауҙы көсәйтә һәм зарарһыҙ итә. Радонлы ванналар һәм һыу процедуралары аша дауалау ысулы нерв, йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокрин, бөйөр, хәрәкәт системаларын ыңғай яҡҡа көйләргә, шулай уҡ ауыр йәрәхәттәрҙән һуң реабилитацияла юғары кимәлдә ярҙам итеүен иҫбатланы.

«Яҡтыкүл»-Башҡортостандың иң боронғо шифаханаларының береһе. Бай тарихҡа эйә булған был һауыҡтырыу йорто Башҡортостан, Рәсәй һәм яҡын сит илдәр халҡы араһында киң билдәле. Шифахана электән килгән дауалау алымдарын һаҡлап ҡалыуҙан тыш, даими рәүештә камиллашыу өҫтөндә эшләй. Пациенттарҙы һауыҡтырыу өсөн заманса шарттар тыуҙыра. Бында төрлө йүнәлештә яңы процедуралар индерелде: таш менән массаж, аромафитотерапия, карбокситерапия, радон менән дауалау аша ауыҙ һәм күҙ сәләмәтлеген тергеҙеү ысулдары бар. Тағы ла шифахана Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ял иттереүгә һәм реабилитациялауға айырым иғтибар бүлә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаиләләре беҙҙең шифаханала бушлай ял итә ала. Ҡабат килергә теләүселәр өсөн ташламалар ҡаралған

Илгиз Хилажев, «Яҡтыкүл» шифаханаһы генераль директоры

«Яҡтыкүл» үҙ ҡунаҡтарына күп йүнәлештәр буйынса сифатлы һәм һөҙөмтәле дауаланыу тәҡдим итә. Шифахана асылғандан алып ял итеүселәрҙең ышанысын яуланы. Был хаҡта ҡунаҡтарҙың бында дауаланыу өсөн ҡабат-ҡабат килеүе раҫлай.

Шифахана етәкселеге Бөтә донъя кимәлендәге дауалау талаптарына ярашлы үҙгәрештәр индерә. «Яҡтыкүл» әүҙем ялды мәҙәни саралар менән бергә алып бара. Биләмәлә заманса талаптарға яуап биргән балалар майҙансығы эшләй. Ә яҙғы каникулда бында килеүселәр өсөн бөтә ғаиләгә тәғәйенләнгән бай мәҙәни-күңел асыу программаһы әҙерләнгән.

Зиля Баймырҙина