Республика йылғаларында боҙ шартлатыла

Эштәр ташҡын ваҡытында боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙа алып барыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған көн  Мәсетле районының Аҙанғол ауылы янында Әй йылғаһында боҙ шартлатылды. Бөгөн бындай эш Салауат районында Йүрүҙән йылғаһында башҡарыла. Ҡотҡарыусылар халыҡҡа хәүефләнмәҫкә кәңәш итә.