Конкурс еңеүселәре эре, ҙур, уртаса һәм бәләкәй ауылдар номинацияһында асыҡлана. Тауыш биреү “Голос РБ” порталында ойошторолған. 27 мартҡа тиклем фекер белдерергә була. 7 апрелдә проекттарҙы яҡлау башлана. “Айыҡ ауыл” конкурсы халыҡты берләштерә, тыуған яҡ өсөн яҡшы эштәр башҡарыусыларҙы арттыра”, - ти ярыштың эксперт комиссияһы ағзаһы, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исаргәкова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Айыҡ ауыл” конкурсы Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла. 2024 йылда приз фонды 48 миллион һумға тиклем арттырылды. Хәҙер финалға сыҡҡан бөтә ауылдарға 200 мең һум тапшырыла. Еңеүселәр 1 миллион ярымдан 6 миллион һумға тиклем аҡсалата бүләк ала.