Радий Хәбиров студент уңышы тураһында һөйләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжы студенты Карина Кислицина тураһында яҙған.

Буласаҡ башланғыс синыф уҡытыусыһы ике йыл дауамында Өфөнөң 1-се лицейында практика үтә. Республика етәксеһе билдәләүенсә, был «Йәштәр һәм балалар» милли проектына ҡараған «Профессионалитет» федераль проектының нисек эшләүенә яҡшы миҫал. Карина уҡыған уҡыу йорто «Педагогик компетенциялар үҙәге» мәғариф кластерына инә. Бында «Балалар баҡсаһы» һәм «Башланғыс мәктәп» симуляция кабинеттары, лабораториялар эшләй. Беҙҙең республика «Профессионалитет» проекты буйынса ойошторолған мәғариф-производство кластерҙары һаны буйынса илдә беренселәр рәтендә. Быйыл уларҙың иҫәбе тағы 8-гә артасаҡ, тигән Радий Хәбиров.