Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде

Дәүләт байрамы булараҡ ул Башҡортостандың барлыҡ төбәктәрендә лә уҙҙы. Иглин районының яңыртылған мәҙәниәт йортонда үткән сарала тармаҡ алдынғылары почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Төбәктә ике тиҫтәнән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Тап мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре халыҡ йолаларын тергеҙеүҙә, рухи тормошто байытыуҙа һәм мәҙәни мираҫты таратыуҙа мөһим роль уйнай. Һабантуй, Иван Купала һәм Масленица кеүек байрамдар йыл һайын ойошторола. Бөгөн төбәктә ундан ашыу халыҡ коллективы эшләй.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө илдә 2008 йылдан билдәләнә. Бөгөн республикала 14 меңгә яҡын кеше үҙ яҙмышын ошо өлкә менән бәйләгән. Һуңғы йылдарҙа улар махус хәрби операция ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә лә ҙур ярҙам күрәһәт. Бер генә хәйриә акцияһы ла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән тыш үтмәй.