Был һандар һуңғы ете йылда юғары темп менән үҫеш динамикаһын күрһәтә. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, республика инвестициялар йәлеп итеү йүнәлешендә ике тапҡырға алға китеп 3 триллион 900 миллион һум сумма туплауға өлгәште. Быйыл ике меңдән ашыу ҡеүәтле инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың үтәлеше республика етәкселегенең шәхсән контролендә тотола. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселеге менән ойошторолған Инвестиция сәғәттәрендә сәнәғәт, ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек етештереү һәм башҡа мөһим тармаҡтарҙа яңы проекттарға ярҙам саралары күрһәтелә.