Осрашыуҙа ауыл биләмәләрендә дәүләт демографик сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Волга буйы федераль округы Рәсәйҙә ауылда йәшәүселәр һаны буйынса алдынғы урынды биләй. Ауыл биләмәләрендә 7 миллион 800 мең самаһы кеше иҫәпләнә, йәғни илдәге дөйөм ауыл халҡының 21,5 проценты. Видеобәйләнеш аша Совет ултырышында ҡатнашҡан Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостанда граждандарҙың 37 проценты ҡалаларҙан ситтә йәшәй. Халыҡ һаны кәмеүен булдырмаҫ өсөн, төбәктә социаль инфраструктураны һәм иҡтисадты һаҡлау буйынса саралар күрелә. Улар араһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы ла бар.
Волга буйы федераль округы төбәктәрендә демографик үҫеш өлкәһендә ыңғай тәжрибә тупланған. Уларҙың иң яҡшы өлгөләре Совет ултырышында ҡаралды. Осрашыу һуңында ауыл ерендә демографияны һәм йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән сараларҙы артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләнде.