Унда Волга буйы федераль округындағы бар төбәк вәкилдәре йыйылды. Һайлау алды сараларына Берҙәм Рәсәйҙәр балалар һәм йәштәргә ярҙам итеү программаһы менән сыға. Форумда белем биреү, спорт инфраструктураһын камиллаштырыу, йәштәргә үҫеш шарттары булдырыу мәсьәләләре ҡарала.
Партия етәкселеге Төбәнге Новгородта урынлашҡан бер нисә объект эшмәкәрлеге менән танышты. Ҡалала Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса федераль кимәлдәге һөнәри белем биреү технопаркы төҙөлә. Бында төрлө йүнәлештәге дүрт тиҫтәнән ашыу лаборатория эшләйәсәк.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко, «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы секретары Владимир Якушев һәм Рәсәй Президентының Волга Буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Түбәнге Новгородтағы боҙ һарайы әҙерлеге менән дә танышты. Был 12 мең кеше һыйҙырышлы спорт объекты ҡала халҡы өсөн ҙур бүләк буласаҡ. Уның төҙөлөшө лә власть партияһы контролендә.
«Берҙәм Рәсәй»партияһының отчет-программа форумында Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты. Егерме кешенән торған делегация форумда ойошторолған төрлө тематик түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты һәм тәжрибә уртаҡлашты. Секцияларҙа йәштәргә үҫеш мөмкинлектәре булдырыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү кеүек темаларға фекер алышынды. Яңы башланғыстар «Берҙәм Рәсәй» партияһының һайлау алды программаһы нигеҙенә ятасаҡ.