Республика конкурсында район-ҡалаларҙан 90-дан ашыу тәрбиәсе ҡатнашҡан, туған телдә уҡытыу ойошторолған учреждениелар араһында айырым бәйге уҙғарылған. Һөҙөмтәлә Өфөнөң 251-cе балалар баҡсаһы хеҙмәткәре Алһыу Селезнева менән Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһынан Альбина Шәрипова беренселек алды. Еңеүселәр һәм лауреаттар диплом, төбәктең мәғариф министрлығы наградаһы, ведомство һәм республика башлығы премияларына, профсоюздан сертификатҡа лайыҡ булды.
Тантаналы сарала «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һөнәри оҫталыҡ конкурстары һәм «Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы» бәйгеһенең төбәк этабы еңеүселәре лә иғлан ителде. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йылдан-йыл мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашыусылар араһында йәш белгестәрҙең артыуы күҙәтелә.