Башҡортостан яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәрергә әҙер

Был маҡсатта 3 мең берәмек техника һәм 13 мең кеше йәлеп ителә. Республиканың 27 муниципаль берәмек биләмәһендә оло һыу менән бәйле хәүефле участкалар контролдә тотола. Йылғаларҙа боҙ тығыны барлыҡҡа килмәһен ташҡынға ҡаршы саралар күрелә. Республика Хөкүмәте-премьер министр урынбаҫары Ирек Сәғитов:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башгидромет үҙәк мәғлүмәте буйынса республика йылғалары боҙҙан яйлап әрселә башлаған. Быйыл боҙ уртаса норманан 4-5 көнгә иртәрәк ҡуҙғалыуы көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда ташҡын осоронда халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 276 пункт әҙерләнгән. Һыу ятҡылыҡтарына мониторинг үткәрелә.