Республика хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлегә әҙерлек  95 процентҡа баһалана. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, 200-гә күберәк техника йәлеп ителә. Баҫыу эштәрендә ҡатнашҡан барлыҡ тракторҙар 15 апрелгә тиклем әҙерлек һыҙығына ҡуйылырға тейеш. Стәрлетамаҡ районының “Калинин” исемендәге предприятиеһы сәсеү миҙгеленә техника әҙерләүҙе тамамлай.  Иретеп йәбештереүсе Илүс Ахунов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хужалыҡта 480 хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың йөҙҙән ашыуы механизатор. Әсҡәт Хәлимов менән  Айнур Ғәлиәскәров алдынғы белгестәр һанала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Калинин” исемендәге агросәнәғәт предприятиеһының 60 мең гектарҙан ашыу ере бар. Яҙғы баҫыу эштәренә һәм урып-йыйыу миҙгеленә 100-ҙән ашыу берәмек техника әҙерләнгән.