Ташҡын ваҡытында һыуҙың сифаты насарайыу сәбәпле йоғошло ауырыуҙар хәүефе арта

БСТ каналындағы брифинг ваҡытында баш дәүләт санитар табибының республика буйынса урынбаҫары Галина Пермина ошо хаҡта иҫкәртте. Халыҡҡа ҡоҙоҡтан ҡайнатылмаған һыу ҡулланыу тыйыла. Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә һыуҙың сифатын тикшерергә мөмкин.