Ҡырмыҫҡалы районы ирекмәндәре МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарға сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләй

Ҡырмыҫҡалы районында «Ватан» штабы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләй. Һәүәләй ауыл биләмәһендә урынлашҡан штабта улар маскировка селтәрҙәре үрә, ҡоро душ, кейеҙ баҫып йылы әйберҙәр тегә, туҡмас ҡырҡып, бауырһаҡтар бешереп оҙата. Гүзәл заттар йәйгеһен үлән сәйҙәре йыйып, киптереп ватан һаҡсыларына хуш еҫле сәйҙәр әҙерләй.

Ирекмәндәр штабында ватан һаҡсыларының яҡындары, яугирҙарҙың көндәлегенә битараф булмаған ауылдаштар иҫәпләнә. Улар күңел йылыһын һалып туплаған посылкаларҙы гуманитар ылау менән һәм ялға ҡайтҡан яугирҙар аша ебәрә. Дүрт йыл эсендә Башҡортостандан алғы һыҙыҡҡа 20 мең тоннанан ашыу гуманитар ярҙам оҙатылған