Өфөлә Рәсәй мәғариф министрлығының мәғариф өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшмәһе үтте

Сара Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙҙы.Өфөгә Рәсәй педагогия университеттары ректорҙары, сит илдәрҙә рус телен һәм Рәсәй мәғарифын үҫтереү өлкәһенә йәлеп ителгән ойошмалар етәкселәре, педагогия вуздарының халыҡ-ара хеҙмәттәшлек йүнәлештәре етәкселәре ҡатнашты. 

Фекер алышыуҙа халыҡ-ара хеҙмәттәшлек йүнәлештәрендәге көнүҙәк проблемалар ҡаралды. Рәсәй мәғариф министрлығы донъяның 70-тән ашыу илендә мәғариф өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашыра, сит илдәрҙә уҡытыу рус телендә алып барылған мәғариф инфраструктураһын булдырыу өҫтөндә эшләй.

Халыҡ-ара белем биреү киңлегенең яңы моделе формалашҡан заманда тел, белем биреү траекториялары өсөн конкуренция көсәйә. Форум өсөн Аҡмулла университеты майҙансығы осраҡлы һайланмаған. Бында Ҡырғыҙстандан 200 студент белем ала. Вуз Рәсәйҙә ҡырғыҙ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләп сығарған берҙән-бер юғары уҡыу йорто.