Тамаша «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә үтте. Хәйриә концертына бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән. Тамашасылар алдында Башҡортостандың күренекле сәнғәт әһелдәре сығыш яһаны. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡатнашыуҙан баш тартыусылар бөтөнләй булмаған. Сәхнә оҫталары үҙҙәренең йыр-моңо аша алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам итергә, күңел йылыһын еткерергә тырыша.
«Берлек» ирекмәндәр төркөмө махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк эшләп килә, ойошманы Әбйәлилдең әүҙем ир-егеттәре ойошторған. Улар араһында Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың атаһы Айсар Әнүәр улы, Урал аръяғы райондарының имам-ахуны Сәйфулла Ғайсин да бар. «Берлек»тәр алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға даими рәүештә гуманитар ярҙам алып бара, ылау яугирҙарҙың һорауы буйынса тик кәрәкле әйберҙәрҙән генә туплана. Өфөләге хәйриә концерты икенсе тапҡыр ойошторолған.