Был турала төбәк сәйәсәте үҙәгенән хәбәр итәләр. Докладта билдәләүенсә, һуңғы 5-6 йылда инвестиция күләме Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәрҙән ҙурыраҡ булған. Башҡортостан индустриаль парктар һәм сәнәғәт кластерҙары һаны буйынса лидер тип танылған, "Алға" иҡтисади биләмәһе милли рейтингта өсөнсө урын алған. Эксперттар билдәләүенсә, беҙҙең республикала инвесторҙарға ярҙам буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла, Башҡортостан бизнес өсөн асыҡ һәм ышаныслы биләмә булып танылды.