Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғындарҙың күбеһе төҙөк булмаған электр приборҙарынан сыға. Халыҡҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, иғтибарлы булырға кәңәш ителә. 13 марттан башлап республикала 176 янғын булған.