Әбйәлил районынан 2 мең 900 тонна тауар оҙатылған. Майлы культура партияһын Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте тикшергән, ул Пекин билдәләгән санитар талаптарға яуап бирә. "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты буйынса Республикала тауар экспортлауҙы арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Милли проекттар ил президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән.