"Юлдаш" радиоһы журналист-ирекмәндәре оҙатҡан күстәнәстәр фронтҡа барып еткән

Your browser doesn't support HTML5 video.

“Йөрәк йылығыҙ өсөн рәхмәт!” Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылы ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән татлы күстәнәстәр тәғәйен урынға барып еткән. “Юлдаш” радиоһы журналист-ирекмәндәре оҙатҡан посылка “Башҡортостан” полкы яугирҙарына тапшырылған. "Тыуған яҡтан ебәрелгән сәләмегеҙ, ихлас ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!” – ти “Журналист” ҡушаматлы хәрби.

“Юлдаш” радиоһы хәрбиҙәр өсөн гуманитар ярҙам туплау акцияһын дауам итә. Кәрәк-яраҡтар исемлеге менән “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Журналист-ирекмәндәр төркөмөндә танышырға була.