Рәсәйҙә Милли гвардия ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге отряды ойошторолуға 10 йыл тулды. Башҡортостан буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән төбәк башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Милли ғәскәрҙәр хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендә эшләй, террор, экстремизм һәм ойошторолған енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып бара, мөһим стратегик объекттарҙы һаҡлай, ҙур сәйәси, мәҙәни һәм спорт сараларын хәүефһеҙлек менән тәьмин итә. Хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе махсус хәрби операция башланған көндән алып Ватан һағында. Рәсәй составына ҡайтҡан төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҙә-хәрбиҙәр иңендә. Радий Хәбиров Ватан һаҡсыларын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, илгә тоғро хеҙмәт иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бер төркөм хәрбиҙәр генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены һәм Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Рәсәй милли гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге республика отряды генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Состав был юғары исемгә тап