Башҡортостанда һуңғы биш йылда 500-гә яҡын модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған, 19 мең берәмек медицина ҡоролмаһы һәм 657 автомобиль транспорты алынған. Был турала бөгөн Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй конгресында илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе. Сарала һүҙ беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү, эшмәкәрлекте камиллаштырыу тураһында бара. Конгрестың төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Үҙәк дауаханаларҙан алыҫта ятҡан ауыл-ҡасабалар өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункттары халыҡтың күҙ төбәп торған урыны. Улар төрлө ауырыуҙар менән дә, йәрәхәттәр алған осраҡта ла, медицина процедуралары талап ителгәндә лә фельдшерға мөрәжәғәт итә.
Шуға күрә лә Башҡортостанда федараль һәм республика программаларына ярашлы, беренсел медицина звеноһын заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыу, транспорт менән тәьмин итеү буйынса уңышлы эш алып барыла. Әммә төп һөҙөмтә үҙ һөнәрен яратҡан белгестәргә, уларҙың һөнәри оҫталығына бәйле. Кадрҙар сәйәсәте өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Медицинаның беренсе звоноһы иңендә диагностикалау. дауалау ғына түгел, профилактика ла ята. Сөнки сәләмәтлек торошо кешенең йәшәү рәүешенә лә бәйле.
Бөтә Рәсәй конгресын уҙғарыу урыны итеп тап Башҡортостанды һайлау осраҡлы түгел, республика был йәһәттән өлгө булып тора, тине илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко. Ул форум ҡунаҡтарын видеобәйләнеш аша тәбрикләне.
Конгреста илдең төрлө төбәктәренән билдәле эскперттар ҡатнаша. Сара сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу, фекер алышыу, алдынғы эш алымдары менән уртаҡлашыу ҡаралған.
Рәмзиә Кәримова