Башҡортостанда 9 майҙа үтәсәк саралар планы раҫланды

Сәскә гөлләмәләре һалыу, парад, хәрби ретротехника. Башҡортостанда 9 майҙа үтәсәк саралар планы раҫланды. Хөкүмәттә Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышы үтте. Тантаналы саралар ваҡытында комплекслы хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ тәртибенә айырым иғтибар биреләсәк. Хакимиәт башлыҡтарына һәр ветеранды һәм тыл хеҙмәтсәнен ҡотлауҙы ойоштороу бурысы йөкмәтелде.