Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл уҙған тәүлектә төбәктең Иҫке Бурны ауылында теркәлә. Убылған ер аҫтына киткән автомобиль эвакуатор ярҙамында тартып сығарылған. Бәхеткә, водитель зыян күрмәгән. Карст соҡороноң диаметры яҡынса 20 метр булһа, тәрәнлеге-өс метр.
Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы тарафынан дүрт берәмек техника йәлеп ителгән. Тупраҡ тейәгән өс тиҫтәнән ашыу Камаз бушатылған. Ул грейдер ярҙамында тигеҙләнә бара. Әммә, эшселәр карст бушлығының төбөнә етмәгән. Быға соҡорға тулған ҡар һыуҙары ҡамаусаулай. Ғәҙәттән тыш хәл урыны кәртәләгән.