«Волга буйы театрҙары» фестивалендә Башҡортостандан рекордлы һанда ҡатнашыусылар йыйылды

Волга буйы федераль округында етенсе тапҡыр «Волга буйы театрҙары» балалар һәм йәштәр театр коллективтары фестивале үтте. Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән ойошторолған форум округтың бөтә төбәктәренең театр берләшмәләрен тупланы. Проект былтыр сентябрҙә төбәк этабынан старт ала. Был юлы фестивалдә Башҡортостандан рекордлы һанда ҡатнашыусылар йыйылды, сәхнәгә мең ярымдан ашыу артист сыҡты. Ижади коллективтар төрлө жанрҙағы тамашалар тәҡдим итте.

Төбәк һайлап алыу йомғаҡтары буйынса округ этабында республика исеменән ике еңеүсе коллектив лайыҡлы сығыш яһаны. Йәштәр категорияһында «Эшелон» спектакле менән Өфөнөң «Лики» халыҡ театры лауреат булды. Балалар категорияһында Стәрлетамаҡтан «Этюд» вокаль-театр оҫтаханаһы еңеү яуланы. Афишалар конкурсында шулай уҡ Дүртөйлөнән Ландыш Ғәрфетдинова менән Өфөнән Таисия Латипова үҙ категорияларында иң яҡшылары тип танылды. Округ этабы еңеүселәре тура эфирҙа иғлан ителде.