Өфөнөң Якутов паркында «Хужа эҙләйем» хәйриә акцияһы үтте

Хужа эҙләйем. Ошондай исем аҫтында бөгөн Өфөнөң Якутов паркында хәйриә акцияһы үтте, сарала приюттарҙағы эттәргә хужалар эҙләнде. Был проект республикала 2024 йылдың декабренән тормошҡа ашырыла, ошо осорҙа 271 эткә хужа табылған, 18 мең тонна аҙыҡ йыйылған, 274 йорт хайуанына вакцинация эшләнгән. Сара берәҙәк эттәр проблемаһын хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Хәйриә акцияһында ҡатнашыусылар менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та аралашты. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.

Төрлө төҫтәгеләр, бәләкәйҙәре лә, ҙурҙары ла, уҫалдары ла, йыуаштары бар. Әммә яҙмыштары бер, майҙандағы эттәрҙең бөтәһе лә хужаһыҙ. Әлбиттә улар берәҙәк түгел, изге күңелле кешеләр был эттәрҙе приютҡа урынлаштырған. Ашата, ҡарай, тәрбиәләй. Әммә иң яҡшы приютта йорт йылыһын алмаштыра алмай. Юлианна Ғафарованың етмештән ашыу эте бар, һуңғы биш йылда егермеһенә хужа табылған. Ул приютты киңәйтергә теләй. Башҡортостан башлығы Ғафаровтарҙы инвестиция сәғәтенә саҡырҙы.

Эттәр приюттарға төрлөсә килеп эләгә. Урам буйында бәйләп ҡалдырылғандары ла, берәҙәк өйөрҙән килгәндәре лә, хужалары мәрхүм булғандары ла бар. Ә был ике этте хужалары махсус хәрби операция юлланғанда тапшырып киткән.

Акция сиктәрендә егерменән ашыу майҙансыҡ эшләй. Мәҫәлән, күсмә ветеринария комплексында хайуандарға ҡотороу сиренән бушлай прививка эшләтергә, консультация алырға, чип ҡуйырға мөмкин.

Ошонда уҡ йәш рәсамдарҙың йорт хайуандарына арналған күргәҙмәһе эшләй. Майҙанда Өфөнөң 2-се һынлы сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының ижад емештәре ҡуйылған.

Тәү ҡарамаҡҡа эттәргә хужалар эҙләү акцияһы мөһим түгел һымаҡ. Әммә был сара артында йәмәғәтселеккә хәүеф меән янаған берәҙәк эттәр проблемаһы ята. Хужаһыҙ эттәрҙең берҙән кешеләрҙе талауы, икенсенән ҡотороу кеүек йоғошло сирҙәрҙе таратыуы ихтимал. Приют ойоштороусыларға ярҙам мөмкинлектәре ҡараласҡ, тине Радий Хәбиров.

«Хужа эҙләйем» акцияһы 2024 йылдың декабренән башлана, ошо ваҡыт эсендә 271 эткә хужа табылған, 18 мең тонна аҙыҡ йыйылған, 274 йорт хайуанына вакцинация эшләнгән. Ойоштороусылар бөгөнгө акцияның күрһәткестәрҙе тағы ла яҡшыртыуына өмөт итә, ә иң мөһиме йәмәғәтселек йорт хайуандары өсөн яуапылыҡтың кешеләр иңендә ятыуын аңларға тейеш.

Р.Кәримова